

"Торатау" Конгерсс-холынан юлланған ылауға (26 йөк машинаһы) мобиль мунсалар, төҙөлөш материалдары, утын, буржуйка-мейестәр, сетка, медикаменттар, бысҡы, генераторҙар, газ плиталары һәм башҡа бик күп кәрәкле әйбер тейәлгән.
Радий Хәбиров гуманитар ярҙам йыйыусы йөк машиналары водителдәренә, предприятие-ойошмалар етәкселегенә, бер төркөм битараф булмаған әүҙем кешегә Рәхмәт хаты тапшырҙы.
- Юлдарығыҙ имен булһын! - тип теләне Республика етәксеһе.
Фото: БР Башлығы сайтынан.