Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2023, 11:52

Финалға кемдәр сыҡты?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, "Торатау" Конгресс-холында Башҡорт асыҡ КВН лигаһының ярымфиналы уҙҙы. Финалға сығыу өсөн Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан ете команда һынашты.

Финалға кемдәр сыҡты?Финалға кемдәр сыҡты?
Финалға кемдәр сыҡты?

Мауыҡтырғыс шаян байрамдың еңеүселәре шулар:
1-се урын - "Ҡараҡ";
2-се урын - "Уфтанма";
3-сө урын - "Әфлисун".
15 декабрҙә буласаҡ финалда бөтәһе дүрт команда сығыш яһай. Дуртенсе финалисты ойоштороу комитеты һәм мөхәррирҙәр һайлап ала, тип яҙалар Башҡорт асыҡ КВН лигаһының социаль селтәрҙәге төркөмөндә.
 Фото: Башкирская Открытая Лига КВН (vk.com)

Финалға кемдәр сыҡты?
Финалға кемдәр сыҡты?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас