

Әлеге мәлдә предприятиеның 52 ошондай автобусы бар. Улар ҙур форум сараларында заказдарҙы үтәй һәм туристарҙы йөрөтә. Санкт-Петребург ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре үткәндә дүрт автобус ветерандарҙы алып барҙы. Әлеге ваҡытта улар УПАПтарға тапшырылған.
— Бының менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ, киләһе йыл тағы ошондай уҡ автобустар һатып алабыҙ. Беҙгә тағы 30 – 50 автобус кәрәк, – тине Радий Хәбиров.