Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ноябрь 2023, 05:58

Алты таж - беҙҙә!

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә бер-бер артлы дүрт матурлыҡ конкурсы үтте. Беҙҙең Башҡортостан гүзәлкәйҙәре, әлбиттә, еңеүселәр араһында.

Алты таж - беҙҙә!Алты таж - беҙҙә!
Алты таж - беҙҙә!

«Красавица Содружества», «Мисс Европа», «Мисс Азия», «Little Мисс мира» конкурстарында республикабыҙ исеменән алты ҡыҙ сығыш яһаны.

Һөҙөмтәләр шундай:

«Красавица Содружества» - Йәсмин Зәйетова (гран-при) һәм Ангелина Баркутова (беренсе урын); балалар араһында - Самира Вахитова (беренсе урын)

«Мисс Азия» - Камилла Әбсәләмова (беренсе урын)

«Little Мисс мира» - 4 йәшлек Кира Әбсәләмова

«Мисс Европа» - Зарина Йәнбирҙина (гран-при)

Тағы ла ике һылыуҡай «Мисс мира» халыҡ-ара конкурсына кастинг үтте. 111 ҡатнашыусы араһынан Зарина Йәнбирҙина егерме иҫәбенә инде. Ҡыҙҙар таж, аҡсалата сертификаттар һәм 2024 йылда халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыу хоҡуғы алды.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас