Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2023, 11:30

Әлдә кешеләр тере ҡалған!

Бөгөн иртән Әбйәлил районында, Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлының 265-се саҡрымында, Белорет районынан 38 йәшлек ир идара иткән "Тойота Королла" менән Әбйәлилдән 40 йәшлек ир идара иткән "Лада Гранта" бәрелешкән.

Әлдә кешеләр тере ҡалған!Әлдә кешеләр тере ҡалған!
Әлдә кешеләр тере ҡалған!

Бәрелешеүҙән һуң "Лада Гранта" янып киткән, йәрәхәтләнгән водителе дауаханаға оҙатылған. Пассажирҙарын, 16 һәм 17 йәшлек ике үҫмерҙе, табиптар ҡарағандан һуң, өйҙәренә ҡайтарғандар.

Авария буйынса тикшереү бара, бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән.

Ҡара-ҡаршы килгән машиналар томанда, тайғаҡ юлда бәрелешкән. "Тойота" водителе машинаһының йәйге резиналарын алыштырмаған булған. 

Фото: БР ЮХХДИ.

 

 

Әлдә кешеләр тере ҡалған!
Әлдә кешеләр тере ҡалған!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас