Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2023, 06:43

Ишембайҙан Бөрйәнгә асфальт юл һалына

Ишембайҙан Бөрйәнгә асфальт юл була Башҡортостан Башлығын Ишембай менән Бөрйән районын тоташтырыусы яңы асфальт юл проекты менән таныштырҙылар.

Ишембайҙан Бөрйәнгә асфальт юл һалынаИшембайҙан Бөрйәнгә асфальт юл һалына
Ишембайҙан Бөрйәнгә асфальт юл һалына

Яңы транспорт артерияһының ниндәйҙер өлөшөн тулыһынса яңынан төҙөргә тура киләсәк, ҡайһы бер урындарына реконструкция талап ителә.Унан алда Радий Хәбиров төҙөлөш объектының беренсе этабы башланасаҡ майҙанда булды. Уның оҙонлоғо 8 км, Маҡар ауылынан башлана. Төҙөлөш эштәре 300 млн һумға төшә. 2024 йылға төбәк бюджетында был сумма ҡаралған. Һуңғы этабында иһә Белорет районының Үрге Әүҙән ауылына юл һалынасаҡ. Маҡарҙан Ҡолғонаға тиклем юл 2027 йылға төзөлөп бөтөргә тейеш. Бөтә эштәрҙе иһә 2030 йылға тамамларға планлаштыралар.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас