

Һүҙ "Эрмитаж-Горсовет" һәм "Дом на Ленина" торлаҡ комплекстары хаҡында бара. Бында төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылған. Хәҙер БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, "Садовое кольцо" дәүләт компанияһы менән берлектә объект әҙер. Ғаиләләр асҡыс алып ҡыуана.
Әгәр ҙә 2019 йылда Башҡортостанда 10 меңдән ашыу "алданған өлөшсө" иҫәпләнһә, биш йылда уларҙың 8,5 меңенең проблемаһын хәл итеү мөмкинлеге табылған. Быйыл ун айҙа 1111 кеше асҡыс алған, проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрынан 17 йорт һыҙып ташланған.
Фото: Минстрой РБ.