

1. Тишек, йыртыҡ аяҡ-кейеме, тәпочкалар һаҡламағыҙ. Яңыртып тороғоҙ.
2. Кейелмәгән иҫке кейем. Насар энергетика йыйып ятмаһын өсөн йәлләмәйсә яндырығыҙ йә кешегә бирегеҙ.
3. Кителгән, ярылған, сатнаған һауыт-һаба булған йортта татыулыҡ булмай, тиҙәр. Ундай әйберҙәре булған таныштарығыҙ бар икән, матур һауыт-һаба, сынаяҡтар бүләк итегеҙ.
4. Кипкән сәскәләр тотмағыҙ Улар урыныныа матур гөлдәр ултыртығыҙ.
5. Боҙоҡ техника: телевизор, саң һурҙырғыс, телефондар, компьютер һәр кемдең өйөндә барҙыр. Йүнәтерлек булмаһа, уларҙан ҡотолоу юлын эҙләгеҙ.
6. Янмаған лампочкаларҙы, көсө бөткән батарейкаларҙы ла ырғытығыҙ, йәғни, ҡабул итеү пунктына алып барып тапшырығыҙ.
Шуныһын да ономағыҙ иҫкенән ҡотолмайынса, яңыһы йортоғоҙҙа булмаясаҡ та. Яңы әйбер йортоғоҙҙо ыңғай энергия менән тулыландырасаҡ.
Фото: sksinmar.ru