Уны республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм «Алға-Патриот» спорт - патриотик үҙәге ойошторҙо. Сарала меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән төрлө йәмәғәт ойошмалары активистары ҡатнашты. Ҡатнашыусылар патриотик музыкаға Рәсәй флагы һәм “Берҙәмлектә беҙҙең көс” яҙыуы рәүешендә теҙелде. Улар аҡ, зәңгәр һәм ҡыҙыл карточкалар ярҙамында флагты һүрәтләнеләр. Рәсәй гимнын башҡарғандан һуң патриотик акцияла байрам концерты үтте.