Картуф һуты эс
Ашҡаҙанығыҙҙы картуф менән дауалағыҙ.
Үҙенең химик составы буйынса картуф икмәккә, витаминдарға һәм минераль матдәләргә байлығы менән йәшел аҙыҡтарға яҡын. Ундағы калориялар башҡа йәшелсәләргә ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. Был аҙыҡ калийға, С витаминына бай.
Дауалау сараһы булараҡ, сей картуф һуты ашҡаҙан һуты күп бүленеп,ашҡаҙан ауыртҡанда, үҙәк көйгәндә, эс ҡатҡанда, баш ауыртҡанда ҡулланыла. Ашар алдынан бәрәңге һутын 50-150грамм күләмендә көнөнә ике тапҡыр ҡабул итергә кәрәк. Тын юлдары ауыртҡанда ла картуф парында тороу файҙалы.
Фото: attuale.ru