

Һайлау Башҡортостан Республикаһының «Бокс Федерацияһы» физкультура-спорт төбәк йәмәғәт ойошмаһының отчет-һайлау конференцияһы йомғаҡтары буйынса үтте.
- Был беҙҙең өсөн тарихи көн Һәм Башҡортостанда боксты артабан популярлаштырыу һәм спортта яңы исемдәр асыу буйынса ҙур юлдың башы. Төбәктә 4 меңдән ашыу кеше бокс менән шөғөлләнә. Был спорт төрөн үҫтереүгә Башҡортостан үҙ өлөшөн индерә. Бөгөн Рәсәй йыйылма командаһы составында 13 спортсыбыҙ бар. Былтыр 79 кеше спорт мастерлығына кандидат разрядын үтәне һәм 4 кеше Рәсәйҙең спорт мастеры исемен алды. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең спорт мастерлығына бөтәһе 400 — ҙән ашыу кандидат, Рәсәйҙең 23 спорт мастеры, шулай уҡ Рәсәйҙең 2 халыҡ-ара класлы спорт мастеры әҙерләнгән, - тип билдәләне Андрей Назаров.