

Салауатта Губкин урамында көндөҙгө сәғәттәрҙә 68 йәшлек урындағы кеше "Мазда CX-5" руле артында йәйәүлеләр үткәүеленән үтеп барған 83 йәшлек пенсионерҙы бәрҙерә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәйәүле алған йәрәхәттәренән кис дауаханала вафат була.
Сибайҙа Загородная урамында көндөҙгө сәғәт 2-ләр тирәһендә "Nissan X-Trail" машинаһын йөрөткән 40 йәшлек ир кәртәгә барып бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә водитель урындағы дауахананың реанимация бүлегендә юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң бер сәғәттән йән бирә.
Кисен Ауырғазы районында, Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 72-се километрында, Кушнаренко районының 52 йәшлек кешеһе "Лады Ларгус" руле артында "КамАЗ" самосвалына бәрелә. Бәрелештән һуң транспорт сараһы түңкәрелеп, янып китә. Һөҙөмтәлә 30 йәшлек пассажир автомобилдә янған... Водитель үҙе һәм тағы ла өс пассажир төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. "КамАЗ"дың 38 йәшлек водителе зыян күрмәгән.
Юл-транспорт ваҡиғалары буйынса тикшереү үткәрелә. Бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Фото: БР ЮХХДИ.