Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноября 2023, 06:08

Ҡыш Бабайҙың тыуған көнөнә әҙерләнәләр

"Һаҡаллы йомарт бабай"ҙың тыуған көнө ҡасан, беләһегеҙме? Тиҙҙән. 

Ҡыш Бабайҙың тыуған көнөнә әҙерләнәләрҠыш Бабайҙың тыуған көнөнә әҙерләнәләр
Ҡыш Бабайҙың тыуған көнөнә әҙерләнәләр
Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылындағы күп функциялы клубта Ҡыш Бабайҙың тыуған көнө уңайынан онлайн фотоконкурс үткәрәләр.
Унда 14 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Конкурс шарттары ябай: Ҡыш Бабай менән фотоңды интернет селтәренә һалырға кәрәк.
Ә бабайыбыҙҙың тыуған көнө 18 ноябрҙә икән. Рәсәйҙең Бөйөк Устюг ҡалаһында, Ҡыш Бабайҙың торған ерендә, ҙур күңелле байрамдар үтәсәк.
Фото: Кисак-Каинский СМФК.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас