+12 °С
Облачно


Белорет район суды ҡатынын вәхшиҙәрсә үлтергән А. Мәхийәновҡа ҡарата енәйәт эшен ҡараны. Былтыр августа ир ҡатынын сәнскеләп үлтергән. Енәйәтсе үҙенең ғәйебен танымаған. Ә суд ҡарары шулай: Мәхийәнов "язалау" һәм "үлтереү" статьялары буйынса ғәйепле тип табылған һәм уны 10 йылға төрмәгә ултыртасаҡтар. Әле приговор көсөнә инмәгән.
Фото: vk.com