Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2023, 10:19

Ваннала 11 йәшлек ҡыҙ баланың ғүмере өҙөлгән...

Ғәжәп, әммә бала токтан һуғылған. Һыуҙа ток буламы, тиерһегеҙ?

Ваннала 11 йәшлек ҡыҙ баланың ғүмере өҙөлгән...Ваннала 11 йәшлек ҡыҙ баланың ғүмере өҙөлгән...
Ваннала 11 йәшлек ҡыҙ баланың ғүмере өҙөлгән...

Красноярск крайының Ачинск ҡалаһында булған хәл. Әсә кеше эштән ҡайтһа, ваннала үҫмер ҡыҙының йәнһеҙ кәүҙәһен күреп, шаңҡый. Шунда уҡ “Тиҙ ярҙам” саҡырта, әммә һуң була инде.

Тәфтишселәр килгәс, үлем сәбәбен аңғара: бала ванна ингәндә зарядкала торған телефонын ҡулына алған һәм токтан һуғылған. Телефоны ванна бүлмәһендә иҙәндә ятҡан. Ҡыҙ телефонын яңылыш һыуға төшөрөп ебәргәндер, тигән фараз бар. Әле үлем сәбәбен медэкспертиза тикшерә. Ҡыҙ тулы, имен ғаиләнән.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙға ныҡлап аңлатығыҙ: телефон зарядкала торғанда тотонмаһындар!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас