Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноябрь 2023, 19:21

Өфөлә янғын һүндереүселәр 15 кешене ҡотҡарған

Бөгөн кис 16-сы ҡаттағы фатирҙа розеткала ҡалдырылған телефон "заряднигы"нан ут сыға. Был ваҡытта өйҙә әсә һәм дүрт бала була.

Өфөлә янғын һүндереүселәр 15 кешене ҡотҡарғанӨфөлә янғын һүндереүселәр 15 кешене ҡотҡарған
Өфөлә янғын һүндереүселәр 15 кешене ҡотҡарған

Янғын һүндереүселәр төтөн тулған подъездан 15 кешене ҡотҡарып, тағы 35 кешене эвакуациялай, шул иҫәптән 7 баланы. Бер кем дә, шөкөр, зыян күрмәгән.

Утты һүндереүгә 27 кеше, 9 берәмек техника йәлеп ителгән.

Розеткала "зарядниктар" ҡалдырмағыҙ!

Фото: МЧС РБ.

Өфөлә янғын һүндереүселәр 15 кешене ҡотҡарған
Өфөлә янғын һүндереүселәр 15 кешене ҡотҡарған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас