Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2023, 16:00

***

Әсе тормош тәмен татымайса,Бәя биреп сит-ят эштәргә,Ауыҙҙарҙан төкрөктәрен сәсеп,Өйрәтәләр дөрөҫ йәшәргә.Күҙ аҡайтып ҡарап әй, һүгәләр:Йәш сағымда бындай булманым,Һинең кеүек әгәр мин йәшәһәм,Туҡтар ине тамырҙа ҡаным."Иҫеңдә тот, һинең кеүектәргәКүрһәтер ул яҙмыш, күрһәтер,Дөрөҫ түгел, кәкре ғүмереңдеТуп-тураға бөгөп төҙәтер.Башҡаларҙы һүгеп өйрәткәнсеТырнаҡ аҫтарыңа бер ҡара,Һинең ғүмерең был, күрәһеңме?Үҙе бысраҡ, үҙе ҡап-ҡара.Күҙгә ҡарап яуап бирсе әле,Әллә дөрөҫһөңмө һәр эштә?Иҫеңдә тот, һәр саҡ, бер туҡтауһыҙҺуң иңеңдә яҙа фәрештә.Хаталарҙы соҡоп, ҡәләм менәнЙөрәктәргә баҫып яҙалар.Хаталарым өсөн һеҙ түгелһеҙ,Мине бары Хоҙай язалар!Артур Ғабдуллин    

******
***

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас