

Ғалимдар тәжрибә үткәреп, асыш яһаған. Тикшеренеүҙә 18 – 35 йәшлек һау-сәләмәт 28 кеше ҡатнашҡан. Уларға көнөнә бөтәүләй бешкән өс йомортҡа ашарға ҡушылған. Һөҙөмтә шул: уларҙың организмында витаминдар, микроэлементтар күләме артҡан, ҡан күрһәткестәре яҡшырған, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаусы “яҡшы холестерин” (ЛПВП) кимәле лә күтәрелгән.
Шуныһы бар: йомортҡа ағын самаһыҙ ашау шәкәр диабеты хәүефен арттырыуы ла ихтимал. Әммә был кире һөҙөмтә йомортҡаның һарыһында булған глицин ярҙамында юҡҡа сығарыла икән.
Үәт, шулай. Йомортҡа ашағыҙ.