Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноября 2023, 15:27

Иғтибар: эҙләү!

Белорет районында полиция хеҙмәткәрҙәре хәбәрһеҙ юғалған Максим Александрович Кармановтың ҡайҙалығын асыҡлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иғтибар: эҙләү!Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!

Максим Александрович Тирлән ҡасабаһының Ҡыҙыл партизан урамында йәшәй. Быйыл апрелдә ул өйөнән сығып киткән һәм кире ҡайтмаған. Әлеге ваҡытта уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.

Максим Кармановҡа 30-35 йәш, буйы 170 см, уртаса кәүҙәле, һары сәсле, күҙҙәре зәңгәр төҫтә.

Һуңғы тапҡыр уны ҡара төҫтәге шапкала, камуфляж кейемдә, ҡара төҫтәге резина калушта килеш күргәндәр.

Әгәр ҙә һеҙ уның ҡайҙалығын йәки уның тураһында башҡа мәғлүмәт беләһегеҙ икән, зинһар, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса ышаныс телефоны: 8 (347) 279-32-92 йәки 02 (102) номерҙары буйынса йәки яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итегеҙ.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова