Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноября 2023, 18:30

Гүзәл Хамматованың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе

14 ноябрҙә Өфөлә, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында, тәржемәсе, ғалимә, уҡытыусы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гүзәл Яныбай ҡыҙы Хамматованың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе була.

Гүзәл Хамматованың хәтер һәм ҡәҙер кисәһеГүзәл Хамматованың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе
Гүзәл Хамматованың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе

Исеме есеменә тап килеп, иҫ киткес гүзәл кеше булды Гүзәл Яныбай ҡыҙы Хамматова. Яҡты булмышлы, күркәм холоҡло, инсафлы Кеше ине. Төплө аҡыллы, егәрле Шәхес ине. Быйыл уға 70 йәш тулыр ине, ләкин ике йыл элек яуыз сир уның ғүмерен ҡыйҙы...

“Ине” тип яҙыуы ифрат ҡыйын...

Гүзәл Яныбай ҡыҙы торғаны менән күп ҡырлы талант эйәһе – ынйы бөртөгө ине. Математик мәсьәләләрҙе “һә” тигәнсе сискән, иншаларҙы яҙыусылар хайран ҡалырлыҡ итеп яҙған һылыу ҡыҙ мәктәпте алтын миҙалға тамамлағас, уның алдында һәр юғары уҡыу йортоноң ишеге шар асыҡ торған. Кемдер, был шәп ҡыҙ мотлаҡ журналист буласаҡ, тип юраһа, икенселәр уны музыкант итеп күргән, өсөнсөләр рәссам итеп күҙаллаған. Ләкин ул немец телен һайлап, документтарын БДУ-ның сит телдәр факультетына тапшырған. Башкөлләй немец теле донъяһына сумған Гүзәл Хамматова уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, оҙаҡ йылдар педагогия институтында, аҙаҡ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында эшләй. Телсе-уҡытыусының тормошо йәйғорҙоң төрлө төҫтәренә мансылған кеүек – ул һөйөклө кешеләренә лә, ғилми эштәргә лә, яратҡан шөғөлдәренә лә ваҡыт тапҡан, иғтибар бүлгән. Гүзәл апайҙың фортепьянола уйнап, йырлағанын ишетергә яҙманы, үкенескә. Уның тауышы бик матур, моңло ине, тиҙәр. Ә рәссам һәләтен күрергә яҙҙы: яҡтылыҡ тулы матур һүрәттәре, шат асылмалары беҙгә шәхси хәбәрҙәрҙә, “Нағыш” төркөмөндә иҫтәлеккә ҡалды. Рәсем эшенә маһир Гүзәл апай тегенергә лә, бәйләм бәйләргә лә оҫта булған. Әллә нисә телде яҡшы белгән. Фото төшөрөү менән мауыҡҡан. Ул нимәгә тотонһа ла, ҡулынан нур тамған – бар эше лә сынъяһау килеп сыҡҡан.

- Әсәйемдең, ысынлап та, ҡулынан килмәгән бер эш тә юҡ ине, - ти ҡыҙы Алһыу Хамматова. – Ғаиләлә берҙән-бер бала булып үҫһә лә, иркә, көйәҙ түгел ине, эшһөйәр, уңған, оло йөрәкле, киң күңелле ине. Әсәйем тыуғанда йәш ғаилә элекке бер мунсала йәшәгән, унда ниндәй шарттар булһын?! Өләсәйем ул мәлдә институтта уҡыған, сабыйҙы йыш ҡына күршеләргә ҡалдырып киткәндәр. Етешһеҙлектә, ауырлыҡтар күреп көн итһәләр ҙә, барыбер бәхетле булғандар, баланы һөйөүгә сорнағандар. Ата-әсәйенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе уның һәләттәрен асырға, үҫтерергә ярҙам иткән. Музыка һәм художество мәктәптәрен бик уңышлы тамамлаған әсәйем ғүмер буйына музыкаға, һынлы сәнғәткә тоғролоҡ һаҡланы, йөрәге тулы йыр-моң, гүзәллек ине... Өләсәйем арҡылы әсәйем немец теле менән ҡыҙыҡһына башлап, шул телде һыу кеүек эсте. Үҫмер сағында ул фото сәнғәтенә иғтибарын йүнәлткәс, ата-әсәһе уға фотоаппарат бүләк итә. Шул мауығыуы һис ҡасан һүнмәне. Фотоаппаратты бөтә мәҙәни сараларға, юбилейҙарға, сәфәргә үҙе менән йөрөттө. Рәхәтләнеп күп иткәнсе фото төшөрә лә, һуңынан ҡараңғы ванна эсенә бикләнеп, мөғжизә тыуҙыра – фотоһүрәттәр баҫа. Донъяға шулай мөкиббән китеп, кешеләргә яратып баҡҡанғалыр ҙа, ахыры, фотоһүрәттәре матур сыға ине.  

Әсәһе тураһында сикһеҙ һағыш менән һөйләгән Алһыу ғаилә альбомының биттәрен һаҡ ҡына аса, гүйә ҡәҙерле, бәхетле мәлдәрҙең тылсымын осороп ебәреүҙән хафалана. Был альбомдарҙа һаҡланған һәр фото Гүзәл апайҙың һүрәттәре, шиғырҙары менән биҙәлгән. Шуғалыр ҙа, альбом йырлап-көйләп, һамаҡлап тарих бәйән иткән һымаҡ...

            - Олатай-өләсәй өсөн әсәйем нисек ҡәҙерле булған, әсәйем өсөн дә олатайым менән өләсәйем йөрәк түрендә генә ине, иң яҡын, ғәзиз кешеләр булды, - тип һүҙен дауам итә Алһыу. – Олатайҙың абруйы ғәләмәт көслө ине. Әсәйем кейәүгә сығып, мин тыуғас та, беҙ бергә-бергә, татыу йәшәнек. Мөһим мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, Яңы йылды бишәүләп ҡаршы алыу - изге йолаға әйләнгәйне. Һөйөү, ихтирам, иғтибарҙан туҡылған-ҡоролған ғаилә бишегендә йөрәктәр бергә типте. Бының ниндәй оло бәхет икәнен йәшәй-йәшәй аңлайһың, ваҡыт уҙғас ҡына тейешенсә баһалайһың. Уй-фекерҙәрҙең, донъяға ҡараштың тап килеүе һуңынан әсәйемә олатайҙың әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иткәндә, архивын рәтләгәндә ныҡ ярҙам иткәндер, тип уйлайым.

            Ғүмер юлынан ышаныслы атлап килгән, тормошо яйға һалынған Гүзәл Хамматовала көтмәгәндә сағыштырма тел ғилеменә ҡыҙыҡһыныу уяна. Офоҡтары киңәйеп киткәндәй, икенсе һулышы асылғандай, Гүзәл Яныбай ҡыҙы ныҡлап тел ғилеменә тотона, һүҙлектәргә күмелә. Уны башҡорт һәм инглиз, төрөк телдәренең туғандаш һүҙҙәрен эҙләү генә ҡыҙыҡһындырмай, сыуаш, мари, венгр һәм башҡа күп телдәрҙе өйрәнә. Һүҙҙәрҙең килеп сығышын, тамырҙарын өйрәнгәндә, яңынан-яңы асыштар яһап, хазинаға юлыҡҡандай ҡыуана. Был тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә күп һанлы мәҡәләләр, ике фәнни-популяр китап - 2002 йылда "Боронғо һүҙҙәр тылсымы" һәм 2008 йылда "Тәүҙә Хаос булған" нәшер ителә. Был китаптарҙың хатта бер бүлеге лә кандидатлыҡ яҡлау өсөн етерлек булыр ине, әммә Гүзәл Яныбай ҡыҙы дан-шөһрәт, исемдәр артынан ынтылмай. Уның өсөн иң мөһиме – атаһының роман-повестарын тәржемә итеү була.

- Әгәр мин эшләмәһәм, кем эшләр, тип тәржемә эшенә тотондо, - Алһыу хәтирәләр йомғағын артабан һүтә. – Әсәйем атаһы менән бик яҡын кешеләр ине. Олатайым 2000 йылда яҡты донъянан китеп барғас, әсәйем өсөн күктәр ауҙарылғандай тойолдо, шаңҡып ҡалды. Оҙаҡ иҫенә килә алманы, үҙенә толҡа тапманы. Олатайҙың китаптарын тәржемә итеүгә тотоноу уға йән өрҙө, йәшәргә көс бирҙе. Олатайым элек, ҡыҙым берәй китабымды тәржемә итер, ейәнсәрем уға иллюстрациялар яһар, тип хыяллана торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хыялының тормошҡа ашҡанын күреп өлгөрмәне... “Хәсрәтле бала саҡ” (“Пасынок”) автобиографик әҫәре рус телендә уның вафатынан һуң ике йыл үткәс сыҡты. Был әсәйемдең тәржемәһе, минең һүрәттәрем менән нәшер ителгән беренсе китап, шуға ла ул беҙҙең өсөн икеләтә ҡәҙерле. Унан һуң “Тормош һабаҡтары” (“Карьера”) тәржемә ителде, артабан “Ағиҙел Иҙелгә ҡоя” (“Агидель впадает в Волгу”), “Салауат батыр”...

Атаһының әҫәрҙәрен һаҡсыл, профессиональ кимәлдә рус теленә ауҙарған Гүзәл Хамматоваға башҡа яҙыусылар мөрәжәғәт итә. Үҙен-үҙе аямай, баш күтәрмәй эшләү һөҙөмтәһендә бер-бер артлы Марс Әхмәтшин, Фәниҙә Исхаҡова, Барый Ноғоманов, Лира Яҡшыбаева, Рауил Бикбаевтың күләмле әҫәрҙәре, Ғайса Хөсәйеновтың автобиографияһы тәржемә ителә. Барыһы ла уның тәржемәсе һәләтен, эшкә булған яуаплы ҡарашын юғары баһалай. Һәр текст өҫтөндә Гүзәл Яныбай ҡыҙы бик ентекле эшләй, ҡат-ҡат тикшерә, әҫәрҙең рухын тойоп, яҙыусының стилен һаҡларға тырыша. Сит телдәрҙе лә нескә тойған, төплө белемле тәржемәсе үҙенә бик талапсан була.

Гүзәл Хамматова Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзына ҡабул ителгәс, моңһоу ғына, их, атайым тере булһа, шундай шатланыр ине, ти...

            - Әсәйемде бәхетле кеше тиергә булалыр, - Алһыу ғаилә альбомының һуңғы битен ипләп кенә яба. – Ул ихтирам, һөйөү хакимлыҡ иткән, ижади башланғыстарға йәшел юл асылған ғаиләлә тыуған, яратҡан кешеһенә кейәүгә сығып, матур ғаилә ҡорған, тулы ҡанлы тормош юлы үткән. Атайым уға таяныс булды. Хис-тойғоларын ярып һалып, аҙым һайын мөхәббәт һүҙҙәрен әйтеп йөрөмәһә лә, үҙенең эше, ғәмәлдәре, мөнәсәбәте менән һөйөүен белдерҙе. Һәр саҡ әсәйҙең теләктәрен үтәргә әҙер ине. Хатта совет осорондағы ҡытлыҡ заманында ла ул һирәк китаптар, пластинкалар, ижад өсөн материалдар тапты. Туған татар телен яҡшы белһә лә, ул, олатайым кеүек, башҡорт телен белеү мотлаҡ, тип иҫәпләне, мине башҡорт мәктәбенә теләп бирҙе, ә хәҙер ейәнсәрҙәренең башҡорт телендә һөйләшеүен ҡәтғи күҙәтә. Әсәйем ейәнсәрҙәрен күреү бәхетенә ирешеп, эш-мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, ваҡыт юҡлығына һылтанмай, улар менән музыка, сит телдәр менән шөғөлләнергә өлгөрҙө, төрлө түңәрәктәргә алып йөрөнө. Ҡыҙҙарым уның менән аралашырға яратты, онотолоп китеп, төнгәсә һөйләшерҙәр ине. Әсәйем менән сәнғәт булһынмы, музыкамы, философиямы, әҙәбиәтме, сәйәсәтме  - бар темаға ла иркенләп һөйләшергә мөмкин ине...

Әсәйемде телгә алмаған, иҫкә төшөрмәгән бер көнөбөҙ юҡ. Ул һәр ваҡыт беҙҙең янда, йөрәктә. Ә бит ул үҙенең китерен тойҙо, шуға ла әллә күпме эште башҡарып өлгөрөргә тырышты. Һуңғы эше - Яныбай Хамматовтың автобиографик романын баҫмаға әҙерләү булды. Тиҙҙән ул нәшер ителер, тип өмөтләнәм.

Һәр кемдән һуң үҙенән дә оҙағыраҡ йәшәйәсәк нимәлер ҡалырға тейеш. Әсәйҙән һуң уның ҡулы менән бәйләнгән, беҙҙең тәнебеҙҙе һәм йәнебеҙҙе йылытҡан әйберҙәр, уның фотолары, картиналары, фәнни хеҙмәттәре, тәржемә иткән китаптары һәм уны белгәндәрҙең йылы хәтирәләре ҡалды.

Күңел, күҙ нуры һалынған әйберҙәрҙең, хәтирәләрҙең солғанышында йәшәй Гүзәл апайҙың яҡындары. Яҡты, яҡшы кешенең нуры беҙҙең күңелдә лә һағыш, һоҡланыу, юҡһыныу, хөрмәт, һөйөү ҡатыш һаҡлана... Гүзәл Яныбай ҡыҙы Хамматованың йәне йәннәттә булһын!

Баныу Ҡаһарманова.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас