

Шулай итеп, Римма кафела атаһын ят ҡатын менән күрә. Ара улай уҡ алыҫ та булмай. Атай кеше ҡатын менән нимә тураһындалыр мөкиббән китеп һөйләшкәнлектән ҡыҙын шәйләмәй, ә ҡатын Риммаға арты менән ултырған. Үҫмер ҡыҙ ғәләмәт асыуланып китә лә, өҫтәлдәге бер стакан һыуыҡ һыуҙы алып барып теге ҡатындың башына ҡоя.
Ҡатын ҡысҡырып ебәрә һәм ҡыҙға ҡарай әйләнһә... Был юлы инде Римма нишләргә белмәй. Һуң, атаһы әсәһе менән кафеға килгән икән дә баһа! Әсәһе яңы ғына бөҙрәхананан сәсен һарыға буятып сыҡҡан, имеш. Эй, килешә үҙенә яңы прическаһы!
Риммаға өйҙә атаһынан арыу ғына эләгә, ә әсәһе маҡтап та ҡуя әле.
Ни өсөн, кем әйтә?