Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2023, 10:04

Ҡурайсылар, конкурста ҡатнашығыҙ

10 ноябрҙә Әҙһәм Исҡужин исемендәге етенсе асыҡ ҡурайсылар конкурсы буласаҡ.

Ҡурайсылар, конкурста ҡатнашығыҙҠурайсылар, конкурста ҡатнашығыҙ
Ҡурайсылар, конкурста ҡатнашығыҙ

Өфөлә үтәсәк был ярышта еңеүселәрҙе өс төркөм буйынса баһалаясаҡтар: 12 йәшкә тиклем, 12 - 16 йәш, 16 йәштән өлкәндәр. Конкурс талаптары буйынса, тәүге ике төркөм ҡатнашыусылары ҡурайҙа оҙон һәм ҡыҫҡа көй йәки марш уйнарға, ә өлкәндәр ҡурайҙа ғына уйнап ҡалмай, үҙҙәренең ерлегендә сыҡҡан башҡорт халыҡ йырын йырларға тейеш.

Заявканы ошонда бирергә: dshi-2020@mail.ru. Сара Ә. Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбендә үтә.

Фото һәм сығанаҡ: БР Мәҙәниәт министрлығынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас