Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2023, 08:28

Табипҡа социаль селтәрҙәр аша яҙылып була

Башҡортостан халҡы табипҡа медицина учреждениеларының социаль селтәрҙәрге төркөмдәре аша яҙыла ала. 

Табипҡа социаль селтәрҙәр аша яҙылып булаТабипҡа социаль селтәрҙәр аша яҙылып була
Табипҡа социаль селтәрҙәр аша яҙылып була

   Республика менән идара итеү үәҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был функция рәсми ойошмаларыҙың 91,2 процентында булдырылған.  Һүҙ «Бәйләнештә» сайтындағы 94 сәхифә тураһында бара. 

Бындай хеҙмәт менән файҙаланыу өсөн «Дәүләт хеҙмәте» порталында теркәлеп, үҙеңә кәрәкле белгесте һайларға кәрәк.  Шулай уҡ табипҡа яҙылыусы пациенттың исем-шәрифтәрен дә күрһәтергә онотмағыҙ. 

Бөтә мәғлүмәт «Дәүләт хеҙмәте» порталының «Сәләмәтлек» бүлегендә  күренә, әммә социаль селтәрҙәргә сыҡмай.

«Дәүләт төркөмдәре – ышаныслы мәғлүмәт сығанағы, уларға ышанырға мөмкин. Медицина ой        ошмаларының рәсми сәхифәләрендә дауахана, поликлиника яңылыҡтары менән танышып ҡына ҡалмай,   министрлыҡ исеменә  мөрәжәғәт тә ҡалдырырға мөмкин. Беҙҙең өсөн ул пациенттар менән бәйләнеш булдырыуҙың тағы бер юлы», – ти һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас