

Конкурс «Шоңҡар» һәм «Тулпар» йәштәр журналдары ҡатнашлығында уҙғарыла, ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы шиғырҙары һәм хикәйәләре ошо баҫмаларҙа донъя күргән.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы 15-30 ноябрҙә була, унда Яҡутстан, Татарстан һәм Ҡабарҙы-Балҡар яҙыусыларының килеүе көтөлә.
Конкурстың приз фонды 200 мең һум тәшкил итә.
Фото: vk.com