

18:00 сәғәттән 21:00 сәғәткә тиклем Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск участкаһында 222-се саҡрымдан 247-се саҡрымға тиклем; 17:30 сәғәттән 21:00 сәғәткә тиклем Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлында 67-се саҡрымдан 205-се саҡрымға тиклем.
P.S. Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле Архангел һәм Белорет райондарында Өфө-Инйәр-Белорет юлы буйлап ҙур йөк машиналары өсөн хәрәкәтте сикләү ваҡыты 23 сәғәткә тиклем оҙайтылды: Архангел ауылынан алып (Ҡыҙыл Еҙемгә боролоштан) Белорет ҡалаһына тиклем (64-се саҡрымдан 205-се саҡрымға тиклем).
Сикләү ваҡыты үҙгәрергә мөмкин.
Баш автоинспектор Владимир Севастьянов телеграм-канал аша халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫләтте:
- Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, епшек ҡар юлдағы хәлде һиҙелерлек насарайтты. Водителдәргә шәхси транспортта йөрөүҙән тыйылырға, йәмәғәт транспортын ҡулланырға кәңәш итәм. Тиҙлек режимын күҙәтегеҙ, араны арттырығыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерергә онотмағыҙ. Йәйәүлеләргә билдәләнгән урындарҙа ғына юл аша сығырға кәңәш итәм һәм үҙ хәүефһеҙлегегеҙгә тулыһынса инанғас ҡына. Дәүләт автоинспекцияһының шәхси составы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Фото: БР ЮХХДИ.