

Эпизоотик усаҡ тип Үҙәк урам, 37 адресы буйынса Г.Р. Мосмандың шәхси хужалығы һәм бар ауыл биләмәһе билдәләнгән.
Тыйыу сараларын рәсми рәүештә сискәнсе карантинлы урынға эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу ярамай.
Район власына белгестәр менән ҡурҡыныс эпизоотик сирҙең барлыҡҡа килеүен асыҡларға һәм уны юҡ итергә саралар күрергә ҡушылған