

Ике пенсионер муттарҙың стандарт хәйләһенә эләгә. Бер бабайға билдәһеҙ кеше кеҫә телефонынан шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныта, хәүефһеҙлек һәм аҡсаны һаҡлау маҡсатында бөтә аҡсаһын билдәһеҙ банк иҫәбенә күсерергә күндерә. Бабай уны тыңлап, 900 мең һумдан ашыу аҡса күсерә. Пенсионер ҡатын менән дә шундай уҡ хәл була: ул енәйәтселәргә ышанып, 600 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалта.
Өфөнән бер ҡатынға билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, ейәнсәренең бәләгә тарыуы тураһында хәбәр итәләр. Артабан мутлашыусылар оло йәштәге ҡатынды ейәнсәренә ярҙам итеү өсөн курьерға 200 мең һумдан ашыу аҡса бирергә күндерә.
Мутлашыу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: уяу булығыҙ! Туғандарығыҙҙы был схемалар тураһында иҫкәртегеҙ. Аҡсаны билдәһеҙ кешеләргә, иҫәптәргә күсереү - мутлашыусыларҙы байытыу!
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.