Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2023, 16:00

***

Ышанығыҙ, беҙ ҡайтырбыҙ Ышанығыҙ, беҙ ҡайтырбыҙ, Ҡайтмаҫҡа тип китмәнек, Ғүмерҙәрҙең атын әле Һуңғы тапҡыр екмәнек. Һаубуллашып сығып киттек, Тик түгел бәхилләшеп, Әле йәшәйһе бар беҙҙең Ерҙә бәхет өләшеп. Ил һаҡларға яуға киттек, Ҡалдырмағыҙ доғанан, Йотлоғоп бер эсәйексе Өмөт тигән йылғанан. Көтөгөҙ ҡояш сыҡҡанда, Көтөгөҙ батҡанда ла, Көтөгөҙ беҙ киткән юлға Һағынып баҡҡанда ла. Мәүлит ШАКИРОВ

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас