Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2023, 15:30

"Тубыҡлан!"

Нефтекама ҡалаһындағы Хэллоуин кисәһе үҫмерҙәрҙең ыҙғышы менән тамамланған.

"Тубыҡлан!""Тубыҡлан!"
"Тубыҡлан!"

Социаль селтәрҙәрҙә таралған видеояҙманан күренеүенсә, төнгө клуб янында үҫмерҙәр йыйыла. Бер мәл ҡыҙҙарҙың береһе тиҫтеренә ташлана: сәсенән тотоп, уны өлкәндәрҙән былайыраҡ итеп һүгеп, тубыҡланып торорға мәжбүр итә башлай, уларҙы уратып алған малайҙар һәм ҡыҙҙар шуны хуплай.

- Әгәр мин һинең йөҙөңдө йыртмаһам, башҡалар йыртасаҡ. Тубыҡланырға! - ти 14 йәшлек ғазаплаусы. Ҡыҙ тубыҡланғас, уға ярҙамға егете һәм тағы ла бер ҡыҙ килә.

Тубыҡланған ҡыҙҙы ҡотҡарған егеткә тиҫтерен ғазаплаусы: "Һин мине көсләнең!" - тип ғәйеп ташлай. Видео петарда шартлауы менән тамамлана.

"Башинформ" агентлығы был инцидент буйынса комментарий һорап БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә.

- Хәбәр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама буйынса бүлегенә килеп етте. Ваҡиғала ҡатнашыусылар билдәләнгән. Әлеге ваҡытта бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк, - тип аңлатма бирәләр ведомствола.

Был ваҡиға буйынса прокуратура ла тикшереү эше башлаған. Үҫмерҙәрҙең төнгө клуб янында йөрөүе өсөн ата-әсәләр ҙә яуап тотасаҡ.

Фото: "Подслушано в Нефтекамске", Vk.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас