Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октября 2023, 14:00

Тарихи йыр аша беҙҙең яугирҙар ҡеүәтләнә

Бөгөн "Рәсәй" 1. Башҡортостан" телеканалының "Хәйерле иртә, республика!" программаһында илебеҙ хәрбиҙәрен ҡеүәтләгән клип күрһәттеләр. "Аһ, Ырымбур ҡала" йырын БР-ҙың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов башҡара.

Тарихи йыр аша беҙҙең яугирҙар ҡеүәтләнәТарихи йыр аша беҙҙең яугирҙар ҡеүәтләнә
Тарихи йыр аша беҙҙең яугирҙар ҡеүәтләнә

«Башҡортостан» ДТРК-һы директоры Азамат Сәлихов белдереүенсә ҙур ижади һәм техник эш башҡарылған: берҙәм картинаға төбәгебеҙ өсөн мөһим ваҡиғаларҙан торған йөҙҙәрсә кадр йыйылған.

"Йыр-республикабыҙҙың мәҙәни коды, ҡаҡшамаҫ әйбере, ҡалған мираҫы, һәм беҙ уны яңынан асабыҙ. «Аһ, Ырымбур ҡала» атамаһы XIX быуаттың беренсе яртыһында Ырымбурҙа Айырым Ырымбур корпусы командованиеһы урынлашыуы менән аңлатыла, уның составында Башҡорт-мишәр ғәскәре була. Шуға күрә беҙ клипҡа Каруанһарай төшөрөлгән кадрҙарҙы индерҙек, билдәле бер осорҙа ул башҡорт полктарының йыйылыу урыны була. Хәҙер беҙҙең полктар йыйылған урын-Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле, унан башҡорт халҡының күренекле улдары Ватаныбыҙҙы яҡлауға юллана. Беҙ Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар менән ғорурланабыҙ, көн һайын ошо хаҡта эфирҙарыбыҙҙа һөйләйбеҙ, быуындар аша үткән ваҡиғалар тураһында хәтер алып барабыҙ, һәм был клипты хәҙер МХО зонаһында булғандарға бағышлайбыҙ", - тине ул.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас