Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2023, 09:40

"Сөнки минең теләгем юҡ"

Элвин Грейҙың ҡатыны ире өсөн ҡыҙҙарҙы үҙе һайлауын һөйләне.

"Сөнки минең теләгем юҡ""Сөнки минең теләгем юҡ"
"Сөнки минең теләгем юҡ"

Билдәле йырсы Радик Юлъяҡшиндың ҡатыны, Инзилә Фәтхетдинова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә иренең клиптарында төшәргә теләмәүен белдерҙе.

- Мин уның клиптарында төшөргә теләмәйем. Был миңә ҡыҙыҡ түгел. Ысынлап та, минең бындай теләгем юҡ, — тип һөйләне ул.
Был хаҡта ул «Татарочка»клибында ни өсөн төшмәгәнлеге тураһындағы һорауға яуап бирҙе.
Инзилә шулай уҡ клип өсөн бөтә ҡыҙҙарҙы үҙе һайлап алыуын һәм һәр береһен белеүен билдәләй.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас