Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октября 2023, 16:10

Ришүәт бирергә маташҡан

Балтас район-ара суды 36 йәшлек ҡатынға һәм 40 йәшлек иргә ҡарата "ришүәт биреү" һәм "ришүәт биреүҙә аралашлыҡ итеү" статьялары буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ришүәт бирергә маташҡанРишүәт бирергә маташҡан
Ришүәт бирергә маташҡан

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ғәйепләнеүсе машина йөрөтөү хоҡуғына имтихандар тапшырмайынса, водитель таныҡлығы алыуҙа ярҙам итеү өсөн  Тәтешле районы буйынса ЮХХДИ-ның начальнигына 40 мең һум күләмендә ришүәт бирергә маташҡан. Аҡсаны ул аралашсы аша тапшырырға теләгән.

Ғәйепләнеүселәр ғәйептәрен таный. Суд ришүәт биреүсегә лә, аралашсыға ла 50 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләй. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инде.

Ағымдағы йылдың 9 айында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан коррупцион хоҡуҡ боҙоуҙар ҡылыуға ынтылыш факттары тураһында 142 хәбәр итеү теркәлгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең коррупцияға бирелеүен булдырмау өсөн ДПС-тың патруль автомобилдәренең салондарында, шулай уҡ ЮХХДИ-ның граждандарҙы ҡабул итеү кабинеттарында видеорегистраторҙар ҡуйылған. Барыһы ла теркәлә һәм артабан РФ Енәйәт кодексының 291-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыуға нигеҙ булып тора.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова