Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2023, 06:10

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары октябрҙең һуңғы көндәренә һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 30 октябрҙә, ямғыр яуыуы һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -2 ° +3°.

31 октябрҙә төндә бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, көндөҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуа, урыны менән уртаса, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -1° -6°, көндөҙ 0 ° +5°.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас