Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2023, 17:15

"ГАЗель" водителе арҡаһында дүрт машина бәрелешкән

Бөгөн кисен Өфө-Ырымбур трассаһында "ГАЗель" водителе 4 автомобилдән торған (һирәк осраған!) "комбо" йыйған.

"ГАЗель" водителе арҡаһында дүрт машина бәрелешкән"ГАЗель" водителе арҡаһында дүрт машина бәрелешкән
"ГАЗель" водителе арҡаһында дүрт машина бәрелешкән

Бөгөн, 30 октябрҙә, Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 3-сө саҡрымында "Газель" автомашинаһы водителе Ырымбур тракты буйлап ҡаланан сығыу йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә алда килгән "Лада Ларгус"ҡа бәрелә, "Ларгус" "БМВ" автомашинаһына һуғыла, "БМВ" - "Киа Спортедж" автомашинаһына төкөлә, "Киа" - "Пежо Экспортёр"ҙы төкөй, "Пежо" "Лада Приора" автомобилен бәрҙерә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Лада Ларгус"тың 30 йәшлек пассажиры  медицина учреждениеһына оҙатыла. Ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана.

Фото: БР ЮХХДИ.

"ГАЗель" водителе арҡаһында дүрт машина бәрелешкән
"ГАЗель" водителе арҡаһында дүрт машина бәрелешкән
"ГАЗель" водителе арҡаһында дүрт машина бәрелешкән
"ГАЗель" водителе арҡаһында дүрт машина бәрелешкән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас