Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2023, 12:30

Тегеүсе патриот

Бөрө ҡалаһынан Регина Ғәбиҙуллина - уникаль проект авторы. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итергә теләгән ҡала халҡын берләштерә.

Тегеүсе патриотТегеүсе патриот
Тегеүсе патриот

Барыһы ла 2022 йылдың октябрендә, Регина "Ярҙам кәрәк. Тылда эш" төркөмөн ойошторғас, башлана. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төркөм ике меңдән ашыу кеше ҡушылған ҡеүәтле ирекмәндәр хәрәкәтенә әүерелә. Улар 13 гуманитар конвой йыйырға ярҙам итә, улар ашамлыҡтар, йылы кейемдәр, дарыуҙар, маскировка селтәрҙәре менән 300-ҙән ашыу посылка тапшыра.

2023 йылда Регина Ғәбиҙуллина инициативаһы менән Бөрөлә маскировка селтәрҙәрен үреү пункттары асыла. Уның етәкселегендә ҡала оҫталары яугирҙар өсөн йоҡо ҡапсыҡтары, толстовкалар, маскалаттар, балаклавалар һәм башҡа күп нәмәләр тегә башлай.

Шулай итеп "Тегеүсе патриот" проекты барлыҡҡа килә, уны Регина Бөрө районы хакимиәтендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә тәҡдим итә. Ҡыҙ цех асырға ниәтләй, унда хәрби кейемдәр, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн, һәм СВО-ға талап ителгән башҡа изделиелар тегеләсәк. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн Регина дәүләт ярҙамы - 350 мең һум күләмендәге адреслы социаль ярҙам ала.  Шулай уҡ хакимиәттә цехты муниципаль биналарҙың береһенә урынлаштырырға тәҡдим итәләр.

Регинаға уңыштар теләйбеҙ! Әгәр ҙә һеҙ ҙә үҙ проектығыҙҙы Бөрө районында тормошҡа ашырырға теләһәгеҙ, 8 (917) 387-17-03 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ йәки Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы аша заявка бирегеҙ: investrb.ru Ихтирам менән, Юлия Чурилова, Бөрө районының бизнес-шерифы.

Фото:Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

Тегеүсе патриот
Тегеүсе патриот
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас