Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2023, 10:23

Тағы бер район дауаханаһында заманса томограф эшләй башланы

Благовещен үҙәк район дауаханаһында яңы компьютер томографы эшләй башланы, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Тағы бер район дауаханаһында заманса томограф эшләй башланыТағы бер район дауаханаһында заманса томограф эшләй башланы
Тағы бер район дауаханаһында заманса томограф эшләй башланы

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы билдәләүенсә, аппарат медицина учреждениеларында ҙур һорау менән ҡулланыла, сөнки организмдағы патологик үҙгәрештәрҙе иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә. Был дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм ваҡытында дауалауҙы башларға форсат бирә. Хәҙер Благовещен халҡы ҡалала тикшереү үтә ала.

Быйыл Благовещен үҙәк район дауаханаһы шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн автомобилдәр, гинекологик кольпоскоп, УЗИ аппараты, һығылмалы эндоскоптарҙы киптереү һәм һаҡлау өсөн ҡоролма алған.

Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас