Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2023, 09:26

"РемСтройМонтаж" - Яңауыл районының күпселек төҙөлөш проекттары өсөн мөһим подрядсы

30 йыл элек Байрам Ғәҙиров Әзербайжандан Яңауылға, әсәһенең тыуған яғына күсеп килә. Үҙ ғүмерен ул төҙөлөшкә бағышлай - шәхси эшҡыуарлыҡтан башлай, ә һуңынан үҙ компанияһын аса.

"РемСтройМонтаж" - Яңауыл районының күпселек төҙөлөш проекттары өсөн мөһим подрядсы"РемСтройМонтаж" - Яңауыл районының күпселек төҙөлөш проекттары өсөн мөһим подрядсы
"РемСтройМонтаж" - Яңауыл районының күпселек төҙөлөш проекттары өсөн мөһим подрядсы

Хәҙер "РемСтройМонтаж" Яңауыл районының күпселек төҙөлөш проекттары өсөн мөһим подрядсы булып тора. "Комплекслы ауыл биләмәләрен үҫтереү" дәүләт программаһы сиктәрендә компания ике шәхси торлаҡ йорт төҙөй һәм файҙаланыуға тапшыра. Һәм дүрт торлаҡ йорт - подряд килешеүе шарттарында льготалы категория граждандарының торлаҡ сертификаттары аҡсаһына төҙөлгән. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы ярҙамында Байрам Ғәҙиров муниципалитеттан 2021 йылда финанс ярҙамы ала. 2022 йылда лизингҡа яңы фронталь погрузчик һәм йөк автомобиле һатып ала, был предприятиеға лизинг килешеүе буйынса тәүге взносты һәм ағымдағы түләүҙәрҙе түләүгә субсидияларға дәғүә итергә мөмкинлек бирә. Был һатып алыуҙар төҙөлөш компанияһының эш һөҙөмтәлелеген күпкә яҡшырта, уны тағы ла конкурентлыраҡ итә. Йыл һайын "Ремстроймонтаж" күп фатирлы торлаҡ йорттарға капиталь ремонт үткәрә, шул иҫәптән  "Башҡортостан Республикаһының Төбәк операторы" программаһы буйынса биналарҙың ҡыйыҡтарын, подъездарын, фасадтарын капиталь ремонтлай. Һәм был эшселәр көсө менән башҡарылған төҙөлөш эштәренең тулы исемлеге түгел. Подрядсы Яңауыл районын төҙөкләндереү буйынса сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Хөрмәтле эшҡыуарҙар, беҙҙең команда Яңауыл ҡалаһында һәм Яңауыл районында проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә әҙер, "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә бөтә һорауҙарҙы тикшерергә мөмкин. Ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы https://investrb.ru аша йәки шәхсән район хакимиәтенә килтерә алаһығыҙ. Иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса бүлек, Яңауыл ҡалаһы, Азин урамы, 30, 18-се кабинет. Телефоны: 8 (34760) 5-44-41, 5-44-87, 5-44-50. Фәйрүзә Ғәниева, Яңауыл районының бизнес-шерифы. Минең телефоным: +7 917 433-07-07.

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

"РемСтройМонтаж" - Яңауыл районының күпселек төҙөлөш проекттары өсөн мөһим подрядсы
"РемСтройМонтаж" - Яңауыл районының күпселек төҙөлөш проекттары өсөн мөһим подрядсы
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас