+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2023, 06:00
Холестеринды нисек кәметергә?
Ҡанда холестериндың күбәйеүе ҡан тамырҙарында төйөрсәләр барлыҡҡа килеүгә килтерә. Был иһә үҙ сиратында инсульт, инфаркт кеүек етди ауырыуҙарға сәбәпсе булыуы ихтимал. Шунлыҡтан ваҡытнда ҡандағы холестерин кимәлен кәметеү сараһын күрергә кәрәк.
Холестеринды нисек кәметергә?
Бальзам. Бер стакан балға бер стакан мүк еләге, ярты стакан ваҡланған һарымһаҡ өҫтәргә һәм ныҡ итеп бутарға. Килеп сыҡҡан дарыуҙы йоҡлар алдынан берәр ҡалаҡ ашарға.
Салат. Һеҙгә бер кишер, ике грек сәтләүеге, бер грейпфрут, ярты стакан майһыҙ кефир, бер ҡалаҡ бал кәрәк булыр. Кишерҙе ҡырғыстан ҡырырға, сәтләүекте, грейпфрутты ваҡлап турарға һәм кефир менән бал ҡушып бутап, көнөнә берәр ҡалаҡ ашарға.
Һоло бутҡаһы. Һоло ярмаһын эҫе һыуға һалып төнгөлөккә ҡалдырығыҙ. Иртәнсәк йөҙөм, ҡара емеш, күрәгә ҡушып ашағыҙ.
Ҡарабойҙай һалып ҡайнатылған һыу. Ике-өс ҡалаҡ ҡарабойҙайға бер стакан һыу ҡойоп, бер литр ҡайнар һыуға һалып, 6 – 7 минут даими болғата-болғата бешерергә. Ошо һыуҙы иртәле-кисле яртышар стакан эсергә.
Ҡайнатып бер аҙ һыуытылған һыуға бер нисә тамсы прополис төнәтмәһе (дарыуханала һатыла) ҡушып эсергә.
Шулай уҡ диета тоторға кәрәк булыр. Майлы, ҡыҙҙырылған, консерваланған ризыҡтарҙан баш тартырға. Артыҡ майлы һурпа ла ярамай. Тауыҡ итен бешергән хәлдә дә, табиптар уның тиреһен һыҙырып бешерергә кәңәш итә.
Автор:
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"