Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2023, 09:00

Глоксиния

Глоксиния ниндәй ашлама ярата?  

ГлоксинияГлоксиния
Глоксиния

 

Глоксиния -  әрһеҙ үҫеүсе бүлмә гөлө. Үҙенең эре сәскәле,  ҡуйы булып  атыуы менән тәҙрә төптәрен биҙәп ултыра. Сәскә ел һуғып торған урындан ҡурҡа, япраҡтарына һыу тейеүҙән дә һаҡлағыҙ. Йыш ҡына  тупрағын дымландырырлыҡ итеп кенә һыу һибегеҙ. Сәскә атып бөткәс, йәй аҙағына өҫкө япраҡтарын ҡоя, йәш  үҫенте генә ҡыш үҫеп ултыра. Япраҡтарын ҡойғас, һабағын ҡырҡып, ҡараңғы урынға ял итергә ултыртырға кәрәк. Яҙғыһын глоксиниялар уянып, япраҡ ебәрә башлай. Йыл һайын оҙайлы йоҡонан һуң уларҙы яңы тупраҡҡа ултыртырға, 10-15 көн һайын «Ростмомент», «Великан», «Терра Вита», «Унифлор» препараттары менән туҡландырыу шарт. 

  Глоксиния бүлбенән, япраҡтарынан, сәскәләре һабаҡтарынан үрсей.  Япраҡтарынан үрсеткәндә, бер япраҡты бер нисә өлөшкә ҡырҡҡыларға ла, ябылмалы контейнерға тупраҡ һалып , шунда ултыртырға. Йылы урынға ултыртып,  ваҡыты- ваҡыты  менән һауытты елләтеп тороғоҙ.

 

 

Фото: mykaleidoscope.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас