Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Октябрь 2023, 16:00

***

  Ебәрмәгеҙ һуғыш хәбәрҙәре, Йөрәгемде тотам усымда, Минең дә бит ике генә улым, Һәр ҡайһыһы бөртөк, бер генә. Һәр әсәнең, беләм, хәлгенәһен, Миңә теймәҫ тиеп тормайыҡ, Уңға-һулға хәбәр оҙатҡансы, Раббыбыҙҙан ғәфү һорайыҡ. Илгә килгән афәт уйын түгел, Ир -егеттең төшә иңенә, Һалҡын аҡыл менән аңлаһам да Ҡабул итмәй күңел һис кенә. Именлектәр һорап сабыр итәм, Иртә-кисен төбәп ҡиблаға, Әр-Рахимым күрер һәм ишетер Һәр беребеҙ булһаҡ доғала. Ебәрмәгеҙ әле миңә һүрәт, Үртәмәгеҙ янған йөрәкте, Атыр таңдарыбыҙ тыныс булһын, Имен булһын илем күктәре. Нуридә Шамсутдинова  

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас