Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2023, 05:00

Йылғаларҙың ташыуы ихтимал!

28, 29, 30 октябрҙә бер аҙ йылытасаҡ (төндә -3, +2, көндөҙ +5, көньяҡта +10-ға тиклем). Тик көҙгө көнгә ышаныс юҡ, иптәштәр. Күпселек райондарҙа епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Ағастарға һәм сымдарға епшек ҡар һырыясаҡ, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Бынан тыш тәбиғәт тағы ла "сюрприз" әҙерләй...

Йылғаларҙың ташыуы ихтимал!Йылғаларҙың ташыуы ихтимал!
Йылғаларҙың ташыуы ихтимал!

28 октябрҙән 31 октябргә тиклемге осорҙа Башҡортостандың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында көслө яуым-төшөм арҡаһында йылғаларҙың ташыуы ихтимал.

Көслө ел ваҡытында ағастар, реклама щиттары һәм профилле конструкциялар эргәһендә һаҡ булырға кәрәк. Мөмкин булһа, машиналарҙа йөрөүҙе сикләргә - тайғаҡ бит. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, дуҫтар! Һәм беҙҙең юбилей концертына килегеҙ! 8 ноябргә тиклем көн, моғайын да, яҡшырыр!

Фото: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас