

Шулай уҡ ҡатнашыусылар ҙур эш биреүселәр менән әңгәмәләште. Улар иҫәбендә - Росатом, Рәсәй тимер юлдары, Ростех, Газпром нефть, Һаҡлыҡ банкы, Роскосмос һәм башҡалар.
Бөгөн, 28 октябрҙә, төп конкурс саралары старт алды. Эксперттар ҡатнашыусыларҙың төрлө идара итеү ролдәрендә үҙҙәрен нисек күрһәтеүен баһалаясаҡ. Округ финалы 29 октябрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамлана. Башҡортостан конкурсанттарына уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.