Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2023, 16:45

Водителдәр өсөн бик мөһим хәбәр!

М-5 "Урал" автомобиль юлында хәрәкәт ябылған!

Водителдәр өсөн бик мөһим хәбәр!Водителдәр өсөн бик мөһим хәбәр!
Водителдәр өсөн бик мөһим хәбәр!

Бөгөн киске сәғәт 9-ҙан Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигенән алып Сыбаркүлгә тиклемге участкала пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт сикләнгән.

Сикләү насар һауа шарттары менән бәйле: көслө епшек ҡар яуа, елдең тиҙлеге секундына 14 метрға тиклем етә.

Тыйыу яҡынса иртәнге сәғәт 9-ға тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Водителдәрҙән был сараға аңлап ҡарауҙарын, үтә кәрәкмәгән осраҡта трассаға сыҡмауҙарын һорайбыҙ, тип яҙа "Көньяҡ Урал" юл идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: https://vk.com/transport.bashkortostan

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас