

- "Урал-батыр - супергерой! Беҙҙең эпос мотивтары буйынса балалар комикстарын "Айыу" комикс-студияһынан Айҙар Сәйғәфәров һәм Таңсулпан Бураҡаева ижад иткән. Мин һәр ваҡыт, мәҙәниәтте, йолаларҙы, телде көсләп өйрәнергә мәжбүр итергә ярамай, тим. Беҙгә яңы идеялар, ижади ҡараштар кәрәк - балалар һәм үҫмерҙәргә оҡшарға тейешле нәмәләр, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ. Комикстар был йәһәттән - шәп проект, ул күптәрҙе "Урал батыр" эпосын төп нөсхәлә уҡырға рухландырыр, тип ышанам. Һәм, әлбиттә, беҙ мәҙәниәтте һәм телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проект авторҙарына ярҙам итеүҙе, шул иҫәптән гранттар бүлеүҙе дауам итәсәкбеҙ", - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.
Комиксты балаларға күрһәткәндәр. Улар ижади эште ыңғай баһалаған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.