Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2023, 09:30

Өләсәйҙәрегеҙҙе, олатайҙарығыҙҙы ҡотларға онотмағыҙ!

Оло кешеләргә күп тә кәрәкмәй - бер йылы һүҙ етә!

Өләсәйҙәрегеҙҙе, олатайҙарығыҙҙы ҡотларға онотмағыҙ!Өләсәйҙәрегеҙҙе, олатайҙарығыҙҙы ҡотларға онотмағыҙ!
Өләсәйҙәрегеҙҙе, олатайҙарығыҙҙы ҡотларға онотмағыҙ!

ӨЛӘСӘЙ
Ауылдағы өләсәйгә
Һоҡланмаған кеше юҡ.
Бөтәһе лә маҡтай уны:
«Уңғанлыҡта – ише юҡ».
«Аптырарһың, - тиҙәр уға, -
Белеме булмаһа ла,
Гөлдәй балаҫтар туҡый ул,
Киндер ҙә һуға ала».
(К.Булат)

ОЛАТАЙ
Олатай еткән йөҙгә,
Ә шулай ҙа йәш йөҙгә.
Күҙҙәре үткер күрә
Күҙлекһеҙ шуға күрә.
Күп эшләй, иләй тире,
Битенән тама тире.
Ситек тегә, тотоп беҙ.
Һоҡланабыҙ уға беҙ.
(С.Муллабаев)

ИКЕ ӨЛӘСӘЙ
Ике өләсәйебеҙ бар,
Икеһе лә тиҫтерҙәр.
Беренсеһе атайымды,
Икенсеһе әсәйемде
Кеше итеп үҫтергән.
Ике өләсәйебеҙ бар,
Икеһен дә яратабыҙ,
Уларға эш ҡалдырмайбыҙ,
Бик бойоҡҡан саҡтарында
Ҡайғыларын таратабыҙ,
Икеһен дә яратабыҙ!
(Ф.Рәхимғолова)

ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем ойоҡ бәйләй,
Энәһе ялт-йолт итә.
Итәгендәге йомғағы
Иҙәнгә төшөп китә.
Аҡ бесәйем күреп ҡалып,
Йүгереп барып етә.
“Һә” тигәнсе йомғаҡты
Өләсәйгә йүгертә.
(А.Айытҡолова)

ОЛАТАЙ
Олатайым бик оло,
Ул үткән һуғыш юлы.
Йәш,көслө,батыр булған,
Ауыр яу ҡырын уҙған.
Дошмандарҙан ҡурҡмаған,
Һис аямай туҡмаған.
Ялҡын эсенә ингән,
Еңеү байрағы элгән.
(М.Ғәйфуллина)

ӨЛӘСӘЙ
Әсәкәйемдең әсәһе -
Өләсәй, өләсәйем, өләс,
Көлсәләре тел йоторлоҡ,
Йөҙҙәре нурлы, көләс.
(Р.Ураҡсина)

Шиғырҙар "Балалар донъяһы (кескәй башҡорт)" төркөмөнән алынды.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас