Миңә 9-10 йәш.
ххххххххххххххххххххххххххххххххххххх
Гөлшат ҡайҙалыр киткән, текмәләре буйында тороп, күпме генә һөрәнләһәм дә, ҡапҡаларынан бер әҙәм күренмәне. Өйҙә булһа, бер ҡысҡырыуҙан уҡ “тып” итеп килеп сығыр ине ул. Ни көн ғәләмәт ҡыҙҙыра. Беләктәр бешеп бара. Мин футболкамдың итәген ҡайырып өҫкә күтәреп, ҡулдарымды тотошлай шуның эсенә тығып йәшерҙем. Ҡорһағым асыҡ килеш ҡалһа ла, ул тирәмә бер ҙә эҫе түгел. Гөлшаттың өйҙә юҡлығы көн кеүек асыҡ, шулай ҙа тағы бер тапҡыр: “Гөөөөл-шаааат!” – тип саҡырып ҡараным. Гөлшаттарҙың күршеһе, барактың бирге яғында йәшәгән бәләкәй буйлы, йыуантыҡ ҡына Шәмсиә әбей килеп сыҡты ла:
- Бар, бар, торма бында баҡырып, - тип мине ҡыуа ла башланы.
Ошо әбейҙәргә әллә нимә етмәй, күргән һәр береһе тиерлек мотлаҡ һине әрләп, аҡыл өйрәтеп, йоҙроҡ төйнәп, бармаҡ менән янап китә: "Эш боҙоп йөрөмәгеҙ, ыштубы ла!" Әйтерһең дә, беҙ гел дә боҫташ итәбеҙ.
Бабайҙар ундай түгел. Улар янында хет баш түбән әйләнеп йөрө, һиндә ҡайғылары юҡ. Тик бабайҙар ауылда әҙ. Күл яғынан иң оста Мәжит бауай йәшәй (исеме бауай, ләкин ул әле йәш, тип уйлайым). Инәйем уны Мәжит ҡайнаға, ти, ә атайым - Мәжит аҡый. Мине күрһә, аҫҡы яғы шешеңке күҙҙәрен ҡыҫып, хәйләкәәәр генә йылмайып үтеп китә. Кәүҙәһе ҙур, ҡалын булһа ла, әллә нисек йомшаҡ итеп баҫып атлай. Абруйлы кеше ул – һауынсыларҙың командиры. Ҡай ваҡыт салбарын иҫке күн ҡайыш менән быуа, ҡай ваҡыт һоро төҫтәге салбарының элмәктәре ҡыҫҡа әлүмин тимерсыбыҡ менән генә шаҡарылып ҡуйыла. Мәжит бабай менән Алма әбейҙәрҙең күршеһендә ир заты юҡ, унда көләс йөҙлө, һәр ваҡыт яҡшы кәйефле, ҡулын һелтәп, дәртле баҫып йөрөгән, русса таҡмаҡтарҙы күп белгән ҡупшы ғына Вәсилә әбей бер үҙе донъя көтә.
Бирге асыҡ урындан һуң, ташлы тауҙың битендә, бер боронғо өй. Унда ябыҡ кәүҙәле, оҙон буйлы Фәрит бабай ғаиләһе менән йәшәй. Ул йәйен-ҡышын тиерлек бер үк бысраҡ йоҡаҡ фуфайкала. Һәр саҡ йә арбала, йә санала арыҡ атын ҡайыҙлап йөрөй. Аты шундай йәл... Йәйәү йөрөгәнендә лә ҡулында сыбыртҡы уның. Уларҙың өйө ҡапҡаһыҙ, емерек кәртәле, тирә яғында ел уйнап тора, һәм сәпсим буяуһыҙ! Эргәһенән үткән һайын ул өй, ныҡ иткәнсе туҡмалған да, шуға миңә ярыҡ өлгөлө, селтәрһеҙ тәҙрәләре менән хәлһеҙ генә, бәхетһеҙ генә йылмайған кеүек. Әгәр өлкәндәрҙе дөрөҫ аңлаһам, заманында ул бик күркәм, байҙарҙың йорто булған.
Уларҙан бирерәк - яңғыҙ йәшәгән шарылдаҡ Сәмсинур әбейҙең бәп-бәләкәс кенә өйө. Ағартылған торлаҡ – уйынсыҡ өй кеүек. Шуның эсенә инеп, уйнағы килә лә бит, тик әбей ирешкәк шул! Уны урап үтеүең мең яҡшы.
Күршеһендә Мәхмүзә әбей менән Булат бабай йәшәй. Йомоҡ Булат бабай - Илфат ағай Йомағужиндың ағаһы. Бер-береһенә ныҡ оҡшаған улар. Икеһе лә йөҙгә сибәр, ныҡ кәүҙәле, хәрәкәттәре һалмаҡ. Булат бабай - түрә, беҙҙе, бала-сағаны, бөтөнләй күҙгә элмәй.
Уларҙың йортона терәлеп торған тәпәш кенә өйҙә йәшәгән йомро ғына кәүҙәле, аҙ йылмайған, әммә йомшаҡ тәбиғәтле Сәсәү әбейҙең дә, уның ҡапҡа аша күршеһе - баҫалҡы, тыйнаҡ Фәйрүзә әбейҙең дә бабайҙары юҡ. Аҡ йөҙлө Фәйрүзә әбейҙең Вәзир бабайы йәшләй үлгән. Ул, хатта тере сағында бабай ҙа булып өлгөрмәгәндер, тип уйлап, төрлө фараздар ҡорам: “Аҙаҡ ҡына, үҙе үлгәс, инде әбейенең - әбей, үҙенең бауай булғанын белгәс, үәт, исмаһам, аптыранғандыр! Кәк тәк, мин йәш ир булып йөрөнөм-йөрөнөм дә, хәҙер ҡапыл бауаймы ни?!” Фәйрүзә әбейҙе күргән һайын ошо уйҙарым менән бүлешергә итәм дә, үҙе башлап һүҙ ҡушмағас, тыйылам. Әлегә самалы-ыы ғына булһа ла, әҙәп тигән нәмәнең миндә морондай башлаған мәле.
Шулай бабайҙарҙың яртыһын барлап бөтөүгә ҡайтып та етәм. Ҡапҡа эсенә инһәм, уң яҡта өйөлгән бүрәнәләрҙең иң ситкеһендә өләсәйем ултыра. Ике итәкле оҙон ситса күлдәктә, ҡара бәрхәт камзулда, башындағы фөлөр яулығын эйәк аҫтына ҡаушарып бәйләгән. Ул зәңгәр күҙле, етен сәсле булған. Элек. Мин ул сағын күрмәнем. Әле уның күҙҙәре төҫһөҙ генә. Сәсе ап-аҡ! Йоп-йомшаҡ! Йоп-йоҡаҡ! Йөҙө сип-сирыш. Тештәре лә ҡойолоп бөткән, шуға ла беҙ уны тешһеҙ өләсәй, тип атайбыҙ. Әммә барыбер ғәжәп матур! Ә әле иһә уның күҙҙәренән йәштәре суп-суп тамасы... Ҡапҡа эсендә бер кем юҡ, ниңә илағанын аңламай тапанып баҫып торҙом. Шунан аптырап эргәһенә барып ултырҙым. Беләгенә арҡамды терәнем. Өләсәйемдең беләге нәҙе-еек кенә. Һәм ул... дерелдәй. Ниңә дерелдәй һуң ул, тип уйлап та өлгөрмәнем, дерелдәүе миңә күсте! Миңә ҡапыл тын алыуы ҡыйын булып китте. Былай бер тапҡыр ҙа булғаны юҡ ине. Һауа етмәй, йыш-йыш тын алдым. Өләсәйемә боролоп, бәлки, илауҙан туҡтағандыр, тип өмөтләнеп, йөҙөнә эйелеп ҡараным – илай... Һаман илай бит һуң! Төҫһөҙ ирендәре, сурайған эйәге ваҡ-ваҡ дерелдәй, күҙ йәштәре бөрсөк-бөрсөк аға. Ә үҙенең тауыш-тыны сыҡмай... Тап шул мәлдә өләсәйемдең бәләкәй генә, ябыҡ ҡына икәнен күрҙем. Ә мин мискә кеүек - шундай ҙур, ҡаты, елле. Минең бит беләктәрем дә суйын кеүек тос. Бәләкәс кенә ҡыҙға оҡшап киткән өләсәйемде йәлләүҙән күкрәк тирәһенә ауыр бер ташты гөлпөлдәтеп һалдылармы ни... Шул саҡта уны йөрәгемә ҡыҫып, ҡәҙерле өләсәйем, мин һине шундай ныҡ, ныҡ-ныҡ яратам, тик һин илама, зинһар, илаһаң, мин тын ала алмайым, тип ҡосаҡлап йыуатырға ине лә, ҡайҙан һуң - ҡосаҡлаша белмәйем! Ауҙарыша беләм, төртөшә беләм, һуға ла, төкөрөшә лә, хатта тибешә лә беләм, ә ҡосаҡлаша белмәйем... Бөгәрләнеп, күҙ йәшенә сыланып бөткән оло ҡулъяулыҡты нескә бармаҡтары менән туҡтауһыҙ бөтәрләгән өләсәйгә башҡаса ҡарап торор сыҙамым бөткәс, ҡулдарын ике яҡҡа айырҙым да, өлкән башым менән алдына мендем дә ултырҙым. Шулай итһәм уға еңелерәк булыр кеүек тойолдо. Ул мине үҙенең арыҡ ҡына ҡулдары менән арттан ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡланы. “Иий, Баныуым минең”, - тине. Тауышын ишеткәс, тын алып киттем. Бер әҙере битен арҡама терәп ултырғас, өләсәйем мине ипләп кенә эткәндәй итте: “У-уй, балам, ауырһың, төш”. Эсемдәге аңлашылмаған ят яныуға түҙмәй, өләсәйгә ҡарамай ҙа урамға уҡ сығып киттем.
Тағы Гөлшатҡа барҙым. Ҡайтмағайнылар. Ҡайһылыр мәлдә Хоҙай ҡушмаған арғы остан (йәғни уйнамаған яҡтан) бер ҡыҙҙы осраттым. Ул башҡа балаларға оҡшамаған, һөлдә кеүек ябыҡ, аҡ тәне ҡояшта янмай. Көлһә - күҙҙәрен безерәйтеп кенә, ҡалтыранған кеше кеүек көлә. Беҙҙең яҡ остоң балалары уның менән ҡатышып бармай, ләкин ул былай һәйбәт кенә күренә. Икәүләп мәктәпкә кукмак уйнарға барырға булдыҡ. Килә торғас, Ғиззәт бабайҙарҙың ҡаршыһындағы баракка еттек. Барактың осонда Сәсәү әбейҙең ҡыҙы Йәнүзә апай йәшәй ине. Бикле торған йәшел төҫтәге таҡта ишегенең аҫҡы бер өлөшө юҡ. Минең ваҡытлы әхирәтем шуны күрҙе лә, әйҙә, инеп ҡарайыҡ, ти бит! Шуға тиклем күпме балалар менән уйнаныҡ, кемдеңдер өйөнә инеү уйы беребеҙҙең дә башына инеп сыҡҡаны булманы. Ә был ҡыҙыҡай йылмайып мине өгөтләпме-өгөтләй: “Әйҙә-ә, ҡыҙыҡ та инде!”
Күңелдә, светофорҙың ҡыҙыл уты кеүек, шик-тыйыу баҙлап янды: “Ярамай! Кеше өйөнә рөхсәтһеҙ инергә ярамай!”
Ләкин ҡыҙыҡһыныу еңде: теге ҡыҙыҡай ишектәге йырыҡтан мине этәп алдан индереп ебәрҙе, артымса үҙе лә инде. Беләгемә тотоноп ҡына йөрөйсө... Өйҙөң ишеге шар асыҡ ине. Шунда инеү менән өҫтәлдә һибелеп ятҡан аҡсаларҙы күрҙек. Яҡыныраҡ барғайныҡ, улары вис тишек. Ниңә әрәм итеп тишкәндәрҙер, тинем, ғүмерҙә лә тәңкә күрмәгәс. Һәм беҙ, ике кескәй бур, тимер аҡсаларҙы алдыҡ та, ингән ерҙән сыҡтыҡ. Ҡырын эш ҡылғанымды тойҙом, мәктәпкә барыу ҡайғыһы китте. Салбар кеҫәһендә ятҡан аҡсалар туҡыма аша тәнде бешереп алып бара. Һыртҡа сыҡтым да, уларҙы бер “секрет” өҫтөнә һалып, киренән шешә төбө менән ҡаплап, тупраҡ менән күмдем. Йәнүзә апайҙың бар донъяға яр һалып ирешеп килгәнен ишеткәндә шунда уйнап ултыра инем. Ҡапҡа тышында инәйемде осратып, өйөнә төшкәнемде, тәңкәләрҙе урлауымды бар урам ишетерлек итеп әйтте. Инәйемдең: “Ба-аны-ыу!” – тип ҡысҡырғаны миңә яҡшы нәмә вәғәҙә иткән, тиһегеҙме?! “Секрет”ты асып, бәлә-тәңкәләрҙе кеҫәмә һалдым да, урамға сыҡтым. Инәйемә ҡарарға ҡурҡып, Йәнүзә апайҙан:
- Ә Һеҙ ҡайҙан минең урлағанды белдегеҙ? – тип ғәжәпләнеп һораным.
- Шул (ҡыҙҙың исемен атай) әйтте!
Тәңкәләрҙе кеҫәнән сығарып, уға һондом:
- Бына...
- Ҡайҙа ҡалғандары? Бында бишәү генә ләһә, ҡалған унауы ҡайҙа?
- Шул ҡыҙҙа, - тим.
- Нисек? Ул да алдымы ни? Баныу ғына алды, тине бит.
- Нисек... мин генә? – күҙҙе асалаҡ-йомалаҡ итеп юғалып ҡалдым. Йәшен тиҙлегендәй күҙ алдымдан урлашҡан мәл үтте: бына ул мине, башһыҙҙы, кеше өйөнә инергә ҡоҙалай, бына мин иҫәүәнде алдан индереп ебәрә, бына мин, аңһыҙ, кеше әйберенә ҡул һуҙам...
- Ул да алды. Ул мине ҡотортто... - тип кенә аҡланыу һүҙен башлағайным, инәйем мине ярты һүҙҙә өҙҙө:
- Үҙеңдең башың юҡмы әллә? Баш һиңә нимәгә бирелгән, аңһыҙ?! Ярай, Йәнүзә, хәҙер мин был баланың кәрәген бирәм. Башҡа кеше әйберенә теймәҫтәй итәм мин аны. Инһен генә әле өйгә! Ҡайҙа минең шыйыҡ сыбыҡ?!
Йөрәк ботҡа гөрһөлдәп барып төштө! Инәйем бер ҡыҙһа -туҡтатыуы бик ҡыйын. Хәҙер миңә кәпис була! Башҡа ваҡытта мин урамға сығып тайыр инем, ә бында Йәнүзә апайҙың мине тоторға ярҙам итеүе бар! Әлдә ҡапҡаның элгесе эленмәгәйне, ул бер төртөүҙә асылды. Һыртҡа ҡасып өлгөрмәҫемде белеп, аяҡтарым ергә теймәй, өй эсенә елдерҙем. Бар көсөмә: “Өләсәәәәй! – тип аҡырып, балалар бүлмәһенә ике һикереүҙә барып индем. – Һә мине инәй жара!” Өләсәйҙең урындығы балалар бүлмәһенең уң яғында ине. Өләсәйем ятып торған булған икән. Минең ҡурҡыныс тауышҡа тора башлағайны, мин уны кире ятҡыҙҙым да, артына сумдым: “Өләсәй, һә мине инәй жара, һә жара!” Ҡып-ҡыҙыл булып ҡыҙған инәйем ел-дауылдан былайыраҡ килеп инде.
- Оятһыҙҙҙ! Оятһыҙҙың оятһыҙы! Ғәрлеге ни тора! Нәҫелебеҙҙә бурҙар юҡ! Нимә, һин беренсе булмаҡсыһыңмы?! – енләнгән инәйем һәр һүҙ һайын ныҡ итеп киҙәнеп усы менән шапылдатып миңә һуға. Тик һуғыуының берәүе лә, ҡот осҡос алама ҡылығым өсөн лайыҡлы яза булһа ла, миңә килеп етмәй – өләсәйҙең ҡулына эләгә. Сөнки мин өләсәйҙең ҡулын шпага кеүек күреп, ике ҡуллап тотоп алғаным да, мушкетер һымаҡ инәйҙең усына ҡаршы йә былай ҡуям, йә тегеләй. Инәй миңә эләктерә алмағанға оторо ярһый.
- Килен, килен, тим, ҡуй, теймә балаға! Килен, имгәтеп кенә ҡуйма баланы! Килен, теймә, килен! – өләсәйемдең асырғаланып ҡысҡырыуы...
Үтә асыуланған инәйем мине боттан ғына ла һөйрәтеп төшөрөп яра алыр ине, әлбиттә. Ҡаҡса ғына кәүҙәле өләсәйем уға нисек ҡаршы торһон? Ләкин әлдә генә быға инәйемдең башы етмәне. Мине әрләп-әрләп, бүлмәнән илап сығып китте. Ә мин, өләсәйемдең күгәргән ҡулдарын күргәс, уның мендәре аҫтына башымды тығып, буҫлығып-буҫлығып үкһенем:
- Башҡа бер ҡасан да, өләсәй... ҡулымды өҙһөндәр лүчше...
P.S. Аҙаҡ белеүемсә, өләсәйемдең рак булған... Шуға һыҙланып илап ултырған булғандыр, бахырҡайым... Бөтә дарыуы - ябай "Алмагель" ине. Исмаһам, анестетик менән дә түгел уныһы, сөнки яҡын-тирәләге аптекаларҙа булмаған ((((
Фото: автор.