

Фильм тарихы:
1944 йылдың апреле.
Ун биш йәшлек ауыл ҡыҙы Фәрзәнә фашистарҙан азат ителгән Совет Украинаһын аслыҡтан ҡотҡарыу миссияһында ҡатнаша. Үҫмерҙәргә, ҡарттарға БАССР етәкселеге тарафынан 400 һыйырҙан торған көтөүҙе меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡтағы Ольховкаға йәйәүләп алып барырға ҡушыла.
Зинһар, кастинг шарттары менән танышығыҙ һәм яҙманы аҙағына тиклем уҡығыҙ!
Кастинг үтәсәк: 5 ноябрь, 12.00-21.00: профессиональ булмаған актерҙар өсөн кастинг;
6 ноябрь, 12.00-21.00: театр актерҙары, театр факультеты һәм театр студияһы студенттары өсөн кастинг.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86, "Йәшлек House".
Беҙ төрлө йәштәге кешеләрҙе эҙләйбеҙ - 12 йәштән 70 йәшкә тиклем.
=== Балалар / үҫмерҙәр / йәштәр ===
Фәрзәнә: 14-17 йәш. Көнсығыш тибындағы тышҡы ҡиәфәт. Башҡорт телен белеү мотлаҡ.
Вәсилә: 14-21 йәш. Көнсығыш тибындағы тышҡы ҡиәфәт. Башҡорт телен белеү мотлаҡ, татар телен белеү мөмкин.
Азамат: 16-21 йәш. Көнсығыш тибындағы тышҡы ҡиәфәт. Башҡорт телен белеү мотлаҡ.
Алексей: 16-25 йәш. Славян тышҡы ҡиәфәте тибы. Башҡорт телен белеү мотлаҡ түгел.
Володя: 16-25 йәш. Славян тышҡы ҡиәфәте тибы. Башҡорт телен белеү мотлаҡ түгел.
=== Өлкәндәр ===
Маһикамал - Фәрзәнәнең әсәһе: 40-50 йәш. Көнсығыш тибындағы тышҡы ҡиәфәт. Башҡорт телен белеү мотлаҡ, татар телен белеү мөмкин.
Сания: 40-50 йәш. Көнсығыш тибындағы тышҡы ҡиәфәт. Башҡорт телен белеү мотлаҡ, татар телен белеү мөмкин.
Шафиҡ бабай: 60-65 йәш. Көнсығыш тибындағы тышҡы ҡиәфәт. Башҡорт йәки татар телен белеү.
Әсмә: 50-60 йәш. Көнсығыш тибындағы тышҡы ҡиәфәт. Башҡорт йәки татар телен белеү.
Әхтәметдин: 40-50 йәш. Көнсығыш тибындағы тышҡы ҡиәфәт. Башҡорт йәки татар телен белеү.
Ишмөхәмәт: 20-25 йәш. Көнсығыш тибындағы тышҡы ҡиәфәт. Башҡорт телен белеү мотлаҡ, татар телен белеү мөмкин.
Шулай уҡ икенсе пландағы һәм эпизодтағы ролдәр өсөн балалар (3-14 йәшлек), үҫмерҙәр (14-18 йәшлек) һәм 35 йәштән 70 йәшкә тиклемге өлкәндәр талап ителә. Башҡорт телен белеү өҫтөнлөклө, әммә мотлаҡ түгел.
Кастингҡа теләһә ниндәй әҫәрҙән монолог әҙерләргә кәрәк, туған телдә булһа яҡшыраҡ (башҡорт, урыҫ, татар, белорус, украин, мари, сыуаш һ.б.). Презентация менән бергә 2-3 минутлыҡ сығыш. Кейем: тәнгә һылашып торған, ҡара төҫтә. Буянмаҫҡа (нисек барһығыҙ - шул килеш кәрәк)!
Кастингҡа яҙылыу: https://forms.yandex.ru/u/65338f34f47e734d33b1bc72/
Белешмә өсөн телефон: 8 917 439 97 82 (эш көндәрендә сәғәт 12-нән киске 7-гә тиклем, WhatsApp аша ла мөмкин).
Кастингты һәм актерҙарҙы һайлап алыуҙы ойоштороусы: Катрина Душанбаеваның студияһы ("Йэшлек House" ярҙамында)
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.