

Mash Batash телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, был хәл Ленинград урамында була: тәүҙә өйөр ҡатынды уратып ала, ике ир көрәк, таяҡ менән ҡоралланып, эттәрҙе ҡыуып ебәрә. Биш минуттан эттәр шул уҡ урынға кире әйләнеп килә һәм балаларын балалар баҡсаһына алып барып, өйөнә ҡайтып килгән иргә ташлана. Ярай ҙа уны "ВАЗ-2114" машинаһы водителе ҡотҡарып ҡала.
Йәрәхәтләнгән ирҙең яраларын теккәндәр. Ул, рәхмәт белдерер өсөн, ҡотҡарыусыһын эҙләй.
Алабайҙы тотҡандар (эт тотоусыны ла ул тешләп бөткән). Хәҙер эттәрҙең хужаларын эҙләйҙәр.
Фото һәм видео: https://web.telegram.org/a/#-1001508868805

