Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октябрь 2023, 09:00

Бер урында ике авария...

Бөгөн 10:12 сәғәттә ашығыс хеҙмәттәргә Белорет-Магнитогорск трассаһында, Ниязғол ауылы янында, машинаның юлдан осоуы тураһында хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына тиҙ арала БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Абҙаҡ янғын һүндереүселәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп етһә, унда тағы ла бер машина түңкәрелеп ята икән...

Бер урында ике авария...Бер урында ике авария...
Бер урында ике авария...

"Renault Sandero Stepway" автомобиле тайғаҡ юлдан ситкә осҡас, шаһиттар ярҙам саҡыра. Шул уҡ ваҡытта "Kia Rio" автомобиле лә кюветҡа осоп, түңкәрелә. Ул ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр итмәй, дуҫтарының ярҙамын көтә. 

Ҡотҡарыусылар зыян күреүселәрҙе машина эсенән сығарып, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Авария һөҙөмтәһендә "Renault Sandero Stepway" машинаһының водителе, ҡатын кеше, Белорет үҙәк район дауаханаһына оҙатыла. "Kia Rio" водителе дауаханаға барыуҙан баш тарта.

Хөрмәтле водителдәр! Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Барығыҙға ла имен-һау йөрөргә яҙһын!

Фото: БР ЮХХДИ.

Видео: https://web.telegram.org/a/#-1001462821230_1112778

Бер урында ике авария...
Бер урында ике авария...
Бер урында ике авария...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас