Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Октября 2023, 06:51

Баланы түңәрәккә яҙыу өсөн уңайлы ысул

Баланы түңәрәккә йәки секцияға хәҙер «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге мәктәптәрҙең һәм балалар баҡсаларының дәүләт пабликтары аша яҙҙырырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баланы түңәрәккә яҙыу өсөн уңайлы ысулБаланы түңәрәккә яҙыу өсөн уңайлы ысул
Баланы түңәрәккә яҙыу өсөн уңайлы ысул

Төбәктәге мәғариф ойошмаларының рәсми берләшмәләренең күпселеге үҙ сәхифәләрендә яңы сервис булдырҙы. Ул Дәүләт хеҙмәттәре менән берләштерелгән, уның аша башҡарылған бөтә ғәмәлдәр хәүефһеҙ. Шәхси мәғлүмәттәр Дәүләт хеҙмәттәрендә генә һаҡлана.

👍 Бер нисә аҙым һәм барыһы ла әҙер – баланы еңел атлетика, бейеү, йөҙөү, компьютерҙа модель төҙөү буйынса түңәрәккә йәки секцияға һәм башҡа уҡыуҙан тыш дәрестәргә яҙҙырырға мөмкин. Ата-әсәләргә уңайлы булһын өсөн йәш буйынса төркөмдәр һәм дәрестәр ваҡыты күрһәтелгән. Шуға күрә, учреждениеларҙың сайттарына инеп, мәғлүмәт йыйыуҙың, телефон аша шылтыратыуҙың кәрәге юҡ.

Ғариза биреү процесы яҡынса бер минутҡа һуҙыла:

1⃣ «Түңәрәккә яҙылырға» төймәһенә баҫығыҙ һәм һеҙ Дәүләт хеҙмәттәренә күсерһегеҙ
2⃣ аккаунтығыҙға инегеҙ
3⃣ балағыҙҙы ҡайҙа яҙҙырырға теләйһегеҙ – һайлағыҙ
4⃣ «Бәйләнештә» аша яҙманы раҫлағыҙ

Сервис менән файҙаланыу өсөн «Бәйләнешкә» смартфон аша инергә кәрәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова